Хәүефһеҙлек
13 Август 2021, 07:00

Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә

Әле республикала 1052,1 гектар майҙанды үҙ эсенә алған ун урында ут ҡотора.

Янғынға ҡаршы көрәш дауам итәЯнғынға ҡаршы көрәш дауам итә
Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата урман янғындарының яңы сығанаҡтары теркәлмәгән.

Әммә 1052,1 гектар майҙанды үҙ эсенә алған ун урында “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Атап әйткәндә, Хәйбулла районында бер сығанаҡ – 448, Бөрйән районында алты сығанаҡ – 200,1, Ейәнсура районында бер сығанаҡ – 403, Баймаҡ  районында бер сығанаҡ – 0,3, Әбйәлил районында бер сығанаҡ 0,7 гектар майҙанда. Әйтергә кәрәк: әле 604,1 гектар майҙандағы туғыҙ янғын ҡамап алынған.  

Утты һүндереүгә бөтәһе СиС төркөмөнән 1109 кеше һәм 154 берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ урында 393 ирекмән эшләй.

Әле Хәйбулла һәм Бөрйән райондарында пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамында авиакүҙәтеү алып барыла. Уның һөҙөмтәһе буйынса артабан ут һүндереү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

Бөгөнгә төп бурыстарҙың береһе – Хәйбулла районында янғынды тулыһынса ауыҙлыҡлау.

 

Фото: @mchsr

Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә
Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас