

Беҙҙең Хәйбулла районына ҙур бәлә килде – урмандар яна. Көн һайын утты һүндереүҙә ярҙам итергә теләгәндәр һаны арта. Ирекмәндәр иҫәбендә райондың мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар төркөмдәре менән янған ерҙәргә сыға һәм барып етеүе ауыр булған урындарҙа эшләгән ҡотҡарыусыларға ашарға алып бара. Ҡатын-ҡыҙ аш-һыу әҙерләүҙә ярҙамлаша.
Ошо инде халыҡ көсө! Афәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һәр кем урмандарҙы һаҡлауға ғына түгел, йәмғиәтте туплауға ла үҙ өлөшөн индерә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы авторы: Юлиә Баҡтыбаева.