Хәүефһеҙлек
14 Август 2021, 17:00

Рәсәй самолеты Төркиәлә һәләкәткә осраған

"Бе-200" янғын һүндереү самолеты унда ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләренә ҡаршы көрәш маҡсатында ебәрелгән булған.

Рәсәй самолеты Төркиәлә һәләкәткә осрағанРәсәй самолеты Төркиәлә һәләкәткә осраған
Рәсәй самолеты Төркиәлә һәләкәткә осраған

Бөгөн Төркиәнең Кахраманмараш ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығының янғын һүндерә торған "Бе-200" самолеты һәләкәткә осраған. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, урман янғындарын һүндереү өсөн Төркиә етәкселеге Рәсәйҙән ул самолетты ҡуртымға алып торған булған. Һыу алғандан һуң күтәрелеп, кәрәкле бейеклеккә өлгәшә алмаған һәм ҡаяға бәрелгән. 

Бортта 8 кеше булған, тип фаразлана, уларҙың береһе лә иҫән ҡалмаған.

Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығы комиссияһы ваҡиға урынына Төркиәгә йүнәлгән.

 

Фото: aa.com.tr

Автор:Карима Усманова
Читайте нас