Хәүефһеҙлек
15 Август 2021, 18:30

Ике бала ауыр хәлдә...

Аяныслы һәм ғибрәтле хәл Башҡортостандың Яңауыл районында теркәлгән.

Ике бала ауыр хәлдә...Ике бала ауыр хәлдә...
Ике бала ауыр хәлдә...

15 августа көндөҙ Яңауыл районының Кониг ауылы янында "Волга" автомобиле йәмәғәт транспорты туҡталышына барып ингән. "Янаульские зори" гәзите хәбәр итеүенсә, бәрелеш шул тиклем көслө булған, хатта туҡталыштың ҡоролмаһы емерелеп, машинаны "баҫҡан".

Шаһиттар белдереүенсә, автомобиль юлда бик юғары тиҙлек менән барған. Аҙаҡ "Волга"ны йөрөтөүсенең, Можға ауылынан 40 йәшлек ирҙең, эскәнлеге асыҡланған. Хәрәкәт мәлендә машинаһының алғы тәгәрмәсе ҡапыл шартлап китеп, ул идара итеү һәләтен юғалтҡан икән.

Салондағы дүрт һәм ете йәшлек балалар ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған, әле уларҙың икеһе лә реанимацияла.

 

Фото: "Янаульские зори" гәзите сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас