Хәүефһеҙлек
15 Август 2021, 11:00

Күмәк көс менән – янғынға ҡаршы

Ураҙбай ауылы янында янғынға ҡаршы көрәш бик көсөргәнешле барҙы. 1150 гектарлыҡ ҙур биләмәлә – Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары тоташҡан урында – утты ҡамап, уның артабан таралыуына юл ҡуйылманы.

Күмәк көс менән – янғынға ҡаршыКүмәк көс менән – янғынға ҡаршы
Күмәк көс менән – янғынға ҡаршы

Ураҙбай ауылы янында янғынға ҡаршы көрәш бик көсөргәнешле барҙы. 1150 гектарлыҡ ҙур биләмәлә – Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары тоташҡан урында – утты ҡамап, уның артабан таралыуына юл ҡуйылманы. Был оло эш күп техника һәм, әлбиттә, кешеләр ярҙамында атҡарылды.

Янғынға ҡағылышлы хәл тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында матбуғат хеҙмәтенә етәкселек иткән Андрей Зайцев аңлатма бирҙе:

– 14 августа киске 5 сәғәт 40 минутта Ураҙбай ауылы янында 1150 гектар ергә таралған урман янғыны ауыҙлыҡланды. Ут һүндереүҙә 56 берәмек техника, 103 хеҙмәткәр, йөҙгә яҡын ирекмән ҡатнашты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 кешенән торған аэромобиль төркөмө тәүлек әйләнәһенә эшләй. Улар төндә лә биләмәне яңынан янғын сығыуҙан, йәғни ныҡлап һүнмәгән ергә ботаҡ-фәлән төшөп, яңынан ут тоҡанып китеүе хәүефенән, ҡарауыллап тора. Төндә ирекмәндәрҙе ут һүндереүгә ебәрмәйҙәр, ә был төркөмдөң махсус техникаһы бар. Көндөҙ ут минераль һыҙаттар аша һикермәһен өсөн бар тырышлыҡ һалына.

Бөгөнгәсә бер генә проблемалы биләмә ҡалғайны. Унда ла утты ҡамап, һүндереүгә өлгәшелде. Шулай итеп, янғындың артабан таралыуына юл ҡуйылманы. Хәҙер быҫҡып ятҡан ерҙәрҙе ныҡлап һүндереү һәм уларҙы янғын тулыһынса баҫылғансы яңынан тоҡанып китеүҙән һаҡлап тороу кәрәк буласаҡ.

Иң ҙур янғын – 1238 гектар ер – Хәйбулла районына тура килә. Уны һүндереүҙә 102 берәмек техника, 293 кеше (ирекмәндәрҙе иҫәпкә алмайынса) ҡатнашҡан.

 

Фото: bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас