Хәүефһеҙлек
15 Август 2021, 09:00

Республикала янғын буйынса хәл нисек?

15 августың иртәнге сәғәт 6-һына ҡарата Белорет һәм Бөрйән райондарында урмандар яныуы теркәлгән...

Республикала янғын буйынса хәл нисек?Республикала янғын буйынса хәл нисек?
Республикала янғын буйынса хәл нисек?

15 августың иртәнге сәғәт 6-һына ҡарата мәғлүмәт шундай: Белорет районында – 1,5 гектар, Бөрйән районында 8 гектар ерҙә янғындар барыуы теркәлгән. 406,9 гектар майҙанда өс янғын үҙәге һүндерелгән: Әбйәлил районында – 1,5 гектар, Баймаҡ районында – 2,4 гектар, Ейәнсура районында – 403 гектар.

Әле 1286,1 гектар биләмәлә, ете урында, янғындар дауам итә: Хәйбулла районында бер сығанаҡ – 1150 гектар, Бөрйән районында ике сығанаҡ – 122,6 гектар, Баймаҡ районында бер сығанаҡ – 3 гектар, Белорет районында бер сығанаҡ – 1,5 гектар, Бөрйән районында тағы бер сығанаҡ – 8 гектар, Белорет районында тағы бер сығанаҡ – 1 гектар.

Улар иҫәбенән дөйөм майҙаны 9 гектарлыҡ ике янғын ҡамалған: Белорет районында – 1 гектар, Бөрйән районында – 8 гектар.


Фото: 02.mchs.gov.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас