

Бөгөн иртәнсәк Туймазы районында “Урал” М5 федераль трассаһында "Peugeot 308" автомобиле менән "Man" йөк автомобиле бәрәлешкән. Еңел автомобиль менән идара иткән 44 йәшлек ҡатын һәм ир кеше ваҡиға урынында һәләк булған, тағы ла бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Йөк автомобиле менән 35 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе иадара иткән булған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Әйткәндәй, уҙған ял көндәре лә республика юлдары тыныс булманы. Шәмбе көндө 16 авария теркәлде һәм уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, 16 кеше йәрәхәттәр алды. Йәкшәмбелә 12 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған, уларҙа 21 кеше зыян күргән. Уйланырлыҡ һандар... Онотмағыҙ: тиҙлек арттырыу, тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сығыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һаҡмау, ҡабаланыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле тамамланыуы ихтимал.
Фото: БР ЮХХДИ.