

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы урман янғындары әле булһа дауам итә. Кисә Әбйәлил районының Йәшел Аҡлан ауылы янында урынлашҡан "Тау тарлауығы" янында ут сығыуы билдәле булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан белдереүенсә, балалар лагерынан 1 километр алыҫлыҡта урман янғыны теркәлгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыу хеҙмәте һәм техника ебәрелгән.
Балаларҙың һәм лагерҙа эшләүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында "Тау тарлауығы"ндағы 837 кешене (750-һе балалар) тиҙ генә 5,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан "Урал таңдары" балалар лагерына күсергәндәр. Аҙаҡ күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына 19 автобус менән 467 кеше, шул иҫәптән 412 бала һәм 55 хеҙмәткәр ҡайтарылған. Ундағы балаларҙың барыһы ла ата-әсәләренең ҡулына тапшырылған. Ҡалған 370 кеше (338 бала һәм 32 хеҙмәткәр) "Юбилейный" шифаханаһына, "Йәшлек", "Ҡайынҡай" ял йорттарына һәм "Урал таңдары" балалар лагерына бүлеп таратылған.
Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә, махсус ҡорамалдар ҡулланыла. Тракторҙар ярҙамында ялҡын ялмаған биләмәләрҙе ҡамау, минераль һыҙаттарҙы киңәйтеү эштәре бара. Балалар лагерын уттан һаҡлау өсөн урында 6 берәмек техника һәм 23 кеше йәлеп ителгән. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡларға йәнә Өфөнән аэромобиль төркөм килеп төшкән, унда өс берәмек техника һәм һәм 50 кеше иҫәпләнә. "Салауат" совхозы янғын сыҡҡан урындан 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға уның халҡына ҡурҡыныс янамай.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, янғын 15 гектар майҙанды биләй, уны һүндереүҙә хәҙер инде бөтәһе 53 берәмек техника һәм 278 кеше эшләй.
Көндәрҙең ҡоро һәм үтә эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра, шуға күрә урмандарға сығыу, усаҡ яғыу бөтөнләй тыйыла.
Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: bashinform.ru