Хәүефһеҙлек
17 Август 2021, 17:50

Межгорьеға ҡунаҡ саҡырыу тыйылды

64 кеше дауаланыуҙа булһа, шуларҙың туғыҙы ауыр хәлдә Белорет үҙәк район дауаханаһындағы COVID-госпиталгә оҙатылған.

Межгорьеға ҡунаҡ саҡырыу тыйылдыМежгорьеға ҡунаҡ саҡырыу тыйылды
Межгорьеға ҡунаҡ саҡырыу тыйылды

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә тантаналарында ҡатнашыу өсөн килергә теләгән граждандарға ҡала биләмәһенә инеүгә пропуск биреү туҡтатылған. Ябыҡ һәм күҙәтеү зоналарын һаҡлауҙы ойоштороу буйынса комиссия коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле ҡабул иткән был ҡарарҙы.

– Межгорье ҡалаһында коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлашыуы сәбәпле, 13 августан юбилей, туй кеүек ғаилә тантаналарында ҡатнашырға килгән граждандарға ябыҡ административ биләмәгә инеү өсөн коллектив пропусктар биреүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, – тип белдерҙе Вячеслав Калугин.

Межгорьела ошондай уҡ саралар былтыр июлдә лә күрелгәйне. Ҡалаға инеүгә рөхсәтте быйыл 25 февралдән генә бирә башлағайнылар.

Хакимиәттән белдереүҙәренсә, пандемия башланғандан алып ҡалала коронавирус менән ауырыуҙың 617 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән быйыл – 305. Майҙа ни бары өс кеше сирләһә, июндә – 37, июлдә – 95, ә августың беренсе аҙнаһында 40 кешенең инфекция йоҡтороуы асыҡланған. 64 кеше дауаланыуҙа булһа, уларҙың туғыҙы ауыр хәлдә Белорет үҙәк район дауаханаһындағы COVID-госпиталгә оҙатылған.

Шул уҡ ваҡытта ҡалала йәшәгәндәрҙең 29,5 проценты ғына яңы сиргә ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын эшләткән. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, Межгорьела ойошмалар һәм ғаиләләр менән, ололарҙың да, балаларҙың да ауырыуы күҙәтелә.

 

Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас