

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә яңы янғын сығанаҡтары теркәлмәгән.
Дөйөм майҙаны 1477,9 гектар булған ерҙә, атап әйткәндә, Бөрйән, Белорет һәм Учалы райондарында туғыҙ урман янғыны һүнмәгән. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡлау өсөн бөтәһе 111 берәмек техника һәм 318 кеше йәлеп ителгән.
Илдәге, шул иҫәптән республикалағы урман янғындарын һүндереү буйынса ғәҙәттән тыш хәлде Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән контролгә алған. Ил етәкселеге ҡабул иткән ҡарарҙар нигеҙендә янғын биләп алған байтаҡ биләмә уттан азат ителде. Владимир Владимирович ут менән көрәшергә үҙҙәре теләп килгән ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
Автор фотоһы.