

Башҡортостан Тәбиғәт паркы етәкселеге 18 августан алып көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы, янғын сығыу хәүефе артыуы сәбәпле, "Ирәмәл" һәм "Еҙем" парктарына инеүҙе тыйҙы. Ҡарар бөгөндән башлап 5 сентябргә тиклем үҙ көсөндә ҡаласаҡ.
"Паркка килеүселәр алдан алған билеттары менән файҙалана аласаҡ йәки сарыф ителгән аҡсаһын тулы күләмдә ҡайтарыу мөмкинлегенә эйә. Ҡарар парктарҙың биләмәһендә йәшәгән кешеләргә ҡағылмай. Урындағы халыҡ ҡышҡа бесән әҙерләү менән шөғөлләнә ала", — тип хәбәр ителә дирекцияның рәсми сайтында.
Тәбиғәт парктары етәкселәре биләмәгә инеүҙе тыйыу ваҡытынан алдараҡ ғәмәлдән сығарылыр һәм янғынға бәйле хәл тотороҡланыр, тип ышана.
Был көндәрҙә урмандарға барыу, унда ут яғыу ҙа ҡәтғи рәүештә тыйыла. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында урман янғындары әле булһа дауам итә, шуға күрә ут менән һаҡ эш итегеҙ!
Фото:fishingopt.su