Хәүефһеҙлек
18 Август 2021, 09:00

Республикала утҡа ҡаршы көрәш дауам итә

Яңынан-яңы янғындар өҫтәлеп тора. 

Республикала утҡа ҡаршы көрәш дауам итәРеспубликала утҡа ҡаршы көрәш дауам итә
Республикала утҡа ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан 18 августҡа тиклем республикала 340 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың 182-һе тәбиғәт факторҙарына бәйле булһа, 107 осрағында кеше ғәйепле. Дөйөм алғанда, 8824,5 гектар урман фонды ерҙәре зыян күргән.

 

Уҙған тәүлектә Йылайыр, Бөрйән, Өфө, Белорет райондарында 23,9 гектарҙа тағы ла яңы ете сығанаҡ теркәлгән. Уларҙың алтыһы әлегә һүндерелмәгән. Дөйөм алғанда, республикала әле 158,9 гектар майҙанды биләгән 12 урман янғыны ғәмәлдә ҡала. Йәғни Белоретта – 27, Бөрйәндә – 85, Әбйәлилдә – 45, Йылайырҙа –0,4, Кушнаренкола 0,5 гектар майҙанда тәбиғәт янғыны ҡотора.

 

Әлегә уларҙың 95,4 гектары ҡамап алынған, шул иҫәптән Бөрйәндә ике усаҡ – 20 һәм 30 гектар, Әбйәлилдә 45 гектар тәшкил иткән бер усаҡ, Йылайырҙа 0,4 гектар майҙанда.    

 

Шул уҡ ваҡытты Белоретта 20 һәм 7 гектар майҙанда ике урында, Бөрйән районында 20, 4,7, 6,3, 2, 3  гектар майҙандарҙа һәм Кушнаренколағы 0,5 гектар майҙанда әлегә ут ауыҙлыҡланмаған.

 

Утты һүндереү эштәренә 427 кеше һәм 120 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан килгән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Хәйбулла районында тағы ла 1,05 гектарҙа йәнә ике усаҡ теркәлгән.

 

Фото: @mchsr

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас