

Хәйбулла районының Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков белдереүенсә, республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте Ураҙбай ауылы эргәһендәге техниканы алып киткән. Әммә техниканың бер өлөшө район биләмәһендә әлегә ҡалған.
– Ураҙбай ауылы эргәһендәге янғын 14 августа тулыһынса ҡамап алынды. Ике яҡтан – Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан килгән ут 1150 гектарҙы ялмап алды. Янғынға ҡаршы көрәшкә ҙур көстәр йәлеп ителде. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдар министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, район хакимиәте һәм Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы халыҡ һәм бик күп ирекмәндәр утҡа ҡаршы көрәште.
Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡалған көстәренең бер өлөшө Күгәрсен районына ҡайтты, ә Урғаҙы ауылынан килгән икенсе өлөшө район билмәһендә ҡалдырылды. Район етәкселеге техниканың бер өлөшөн Йәнтеш ауылы эргәһендә тоторға ҡарар итте, шул иҫәптән Башҡортостан сода компанияһының техникаһын. Беҙҙең ауыр рельефлы таулы урындарға техниканың бөтә төрө лә үтә алмай бит.
Әлеге көндә унлап кеше – урмансылар һәм ауыл биләмәһенең ирекле янғын командаһы сығанаҡтарҙы ҡарауыллай. Өс берәмек техника, шул иҫәптән янғын машинаһы урында ҡала. Уларҙың төп бурысы – уттың таралыуына юл ҡуймау, – тине Буранбай Илбәков.
Әммә “ҡыҙыл әтәс” әле лә хәйбуллаларға тын алырға ирек бирмәй – 16 августа Аҡъюл ауылы эргәһендә яңы сығанаҡ балыҡҡа килгән. Урындағы халыҡ төтөндө күреү менән ауыл биләмәһе хакимиәтенә хәбәр итә. Күмәк көс менән уны тиҙ генә һүндереүгә өлгәшәләр. Әле янғын таралмаһын өсөн ул урынды ла һаҡлайҙар, ике берәмек техника йәлеп ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ҡоро һәм эҫе көндәр дауам итә. Шуға ла бер минутҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай, хәүефһеҙлек сараларын теүәл күҙәтергә кәрәк.
Фото һәм текст авторы: Ҡарлуғас Ишемғолова.