Хәүефһеҙлек
18 Август 2021, 07:37

Ут беҙҙе һынай әле...

Быйыл республикалағы урман янғындары антирекорд ҡуйҙы һәм ерҙе ҡар ҡаплағансы улар һаны күпмегә етер – был мәсьәлә ысынлап та һәм кемде борсоуға һала.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 16 апрелгә тиклем республиканың урман фонды ерҙәрендә бөтәһе 328 осраҡ теркәлгән һәм уттан 8599,4 гектар майҙан зыян күргән. Янғындарҙың 181 сығанағы тәбиғәт факторҙарына бәйле булһа, 97-һе кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында тоҡанған. Быға тиклем иң ҡыҙыу нөктәләр Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр һәм Бөрйән райондарында һаҡланды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле тынысланырға иртә, йәкшәмбе көндө бер тәүлектә Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет райондарында бөтәһе 65,1 гектар майҙанда тағы ла алты урман янғыны теркәлгән.  Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың  Учалы урмансылығының Уральск участка урмансылығында (30 гектар), Бөрйән урмансылығының – Әсирбаҡ (15 гектар), Әбйәлил урмансылығының Буранғол участкаһында (15 гектар) янғын дауам итә (был һандар 16 авгусҡа ҡарата).

Үҙегеҙ күреүегеҙсә, ут бик тиҙ тарала һәм көндәрҙең эҫе тороуы “ҡыҙыл әтәс” ҡотороуға уңайлы шарттар тыуҙыра. Етмәһә, тауҙар, тау-ҡая араһында ҡоторған утты ауыҙлыҡлауы икеләтә ауыр. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы Йәшел аҡлан ауылы эргәһендәге “Горное ущелье” балалар лагерынан бер саҡрым алыҫлыҡтағы янғын 15 августа тоҡана һәм шунда уҡ бер гектар майҙанға тарала. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр сыға. Лагерҙа ял иткән 837 кеше, шул иҫәптән 750 бала, “Уральские зори” балалар лагерына күсерелә. Янғынды һүндереү буйынса эш бөгөн дә дауам итә, лагерҙы һаҡлауға алты техника һәм 23 кеше ҡуйылған. Ваҡиға урынына Өфөнән 50 кешенән һәм өс кешенән торған аэромобиль төркөм барған. 16 авгусҡа ҡарата, ут 15 гектарҙы ялмап алған ине, уны һүндереүгә 278 кеше һәм 53 техника йәлеп ителгән.

Республикала 3-4 класлы янғын хәүефе һаҡлана, шуға ла уяулыҡты юғалтмайыҡ.

 

Әгәр һеҙ урман янғанын йәки ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ:

* урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00;

* Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14;

* ҡотҡарыу хеҙмәте 112;

* янғын хеҙмәте – 01.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас