Хәүефһеҙлек
19 Август 2021, 05:00

Аҡъюл һәм Ураҙбай ауылы янындағы янғын һүндерелде

Шулай ҙа бында дежурлыҡ ойошторолған. 

Аҡъюл һәм Ураҙбай ауылы янындағы янғын һүндерелдеАҡъюл һәм Ураҙбай ауылы янындағы янғын һүндерелде
Аҡъюл һәм Ураҙбай ауылы янындағы янғын һүндерелде

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Аҡъюл һәм Ғәлиәхмәт ауылдары араһындағы янғын ҡамауға алынған. Мәғлүм булыуынса, кисәнән алда бында ут сығып, ул туҡтатылды. Ләкин кисә көслө дауыл сығып, ут Ҡом йылғаһы аша ҡаршылағы тауҙың итәгенә күскән һәм артабан тиҙ арала таралған. Бөгөн “ҡыҙыл әтәс” менән көрәшкә янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, ауыр техника йәлеп ителде. Һәм дөйөм тырышлыҡ менән хәл контролгә алынды.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Аҡъюл ауылы янындағы урман янғыны буйынса һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы:

– Кисә көслө дауыл сығып, ут үҙәндең икенсе яғына күскән. Аҫта тарлауыҡ буйлап Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының тракторы, ә тау өҫтөндә, сабынлыҡ булған ерҙә Башҡортостан сода компанияһының ауыр техникаһы һәм “Аквасервис” предприятиеһының грейдеры, тағы бер урында “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең тракторы һаҡлаусы һыҙаттар яһаны. Әйткәндәй, бөгөн урындағы халыҡтың тәҡдиме менән, текә битләү буйлап,  ҡул көсө менән ер ҡаҙылып, минералләштерелгән һыҙат барлыҡҡа килде - был бик ҙур хеҙмәт. Һөҙөмтәлә текә битләү буйлап та ут туҡтатылды. Әлеге ваҡытта янғын тулыһынса ҡамауға алынды. Хәҙер һөрөлгән  һыҙаттарҙы киңәйтеү һәм нығытыу менән мәшғүлбеҙ. Шулай уҡ дежурлыҡ та ойошторолған: ранецтар менән 200-ҙән ашыу кеше уттың һыҙаттар аша үтеүенә юл ҡуймайҙар. Урындағыларҙан тыш, бында Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарынан килгән янғын һүндереүселәр эшләй.

Аҡъяр янғын һүндереү бүлеге начальнигы Рөстәм Хәйбуллин белдереүенсә, Аҡъюл ауылы янындағы урман янғындарын һүндереүҙә ике берәмек ауыр техника, ауыл хакимиәтенең янғын һүндереү тракторы һыу прицебы менән һәм шулай уҡ ике цистерна йәлеп ителгән.
Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбендә оператив штаб урынлашҡан, ошонда уҡ ирекмәндәргә һәм янғын һүндереүселәргә туҡланыу ойошторолған. Әйткәндәй, кисә район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереүселәргә бик тәмле аш-һыу әҙерләгән.
Районда сыҡҡан урман янғындары дөйөм көс менән һүндерелә.
 
Текст һәм фото: Раян Атанбаев, Юлия Баҡтыбаева.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас