Хәүефһеҙлек
19 Август 2021, 15:30

Бер йәшлек бала ҡолап төшкән

Был ваҡытта сабыйҙың атаһы һәм өләсәһе өйҙә булған...

Бер йәшлек бала ҡолап төшкәнБер йәшлек бала ҡолап төшкән
Бер йәшлек бала ҡолап төшкән

Өфөнөң Октябрь проспектындағы биш ҡатлы йорт фатиры тәҙрәһенән бер йәшлек сабый ҡолап төшкән. Бәхеткә күрә, иҫән ҡалған.

"Бала илаған тауышты ишетеп, бинаның аҫҡы ҡатындағы учреждениела эшләгән ҡатын йүгереп сыҡҡан. Ул сабыйҙы ҡарағас, "Ашығыс ярҙам"ға һәм полицияға хәбәр иткән. Баланы дауаханаға оҙатҡандар", - тип хәбәр итәләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Асыҡланыуынса, был ваҡытта фатирҙа сабыйҙың атаһы һәм өләсәһе булған. Өлкәндәр ни ҡарағандыр, әлегә билдәһеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын республикала тәҙрәнән йығылып төшкән балалар һаны арта.Ҡотҡарыусылар ьындай бәләнән һаҡлаясаҡ ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра. Иң тәүҙә тәҙрә эргәһендәге бөтә йыһаздарҙы ситкә күсерергә кәрәк. Сифатлы москит селтәре лә баланы йығылып төшөүҙән ҡотҡара алмай. Махсус фиксатор ҡуйһағыҙ, сабый тәҙрәне үҙе теләгәнсә киң итеп аса алмаҫ. Ғөмүмән, бәләкәстәр тәҙрә һәм быяла ишектәр эргәһендә уйнамаһын. Бер ваҡытта ла йоҡлаған баланың бер үҙен ҡалдырмағыҙ. Яңғыҙына балконға сығырға рөхсәт итмәгеҙ. Ҡарауһыҙ ҡалдырылған бәләкәстәр йыш ҡына ҡурҡыуҙан балкон йәки фатир тәҙрәһе эргәһенә яҡын килеп, ата-әсәһенең ҡайтыуын күҙәтә башлай.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас