Хәүефһеҙлек
19 Август 2021, 09:30

Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...

Юл-транспорт ваҡиғаһында ике һәм ете йәшлек ейәне менән 60 йәшлек өләсәләре зыян күргән.

Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...
Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...

Йәнә барыһына ла эскелек ғәйепле. Юл-транспорт ваҡиғаһында ике һәм ете йәшлек ейәне менән 60 йәшлек өләсәләре зыян күргән. Авария Мәләүез районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 166-сы километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Салауат ҡалаһының 34 йәшлек водителе Nissan Qashgai  машинаһында бүрәнә тейәгән “КамАЗ” йөк машинаһы менән бәрелешә.

“Һөҙөмтәлә водителдең әсәһе, 2 һәм 7 йәшлек улдары төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр ала. Кроссовер водителенең алкоголле эсемлек эсеүе, күрһәткестең норманан алты тапҡырға күберәк булыуы  асыҡланған,” – тип хәбәр итте ЮХХДИ.

Алтмыш йәшлек әсәһенең эскән килеш руль артына ултырған улына ышанып, өҫтәүенә ейәндәрен алып,  юлға сығыуы үҙе аптыратҡыс хәл... Тәүлек эсендә республикала иҫерек килеш машина йөрөткән 35 водитель тотолған.

Фото: ЮХХДИ.

 

 

Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...
Эскән килеш машина йөрөтөүҙе бар тип тә белмәгәс...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас