Хәүефһеҙлек
19 Август 2021, 12:00

Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Ярай әле, барыһы ла иҫән...

Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүез районының Айтуған ауылында  күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан. Әйтеүҙәренсә, ут йорт тышындағы электр щитында башланған.

Ике бәләкәй балалары менән өйҙә ултырған әсә тышта аңлайышһыҙ сыртлаған тауышҡа иғтибар итә. Ялҡын телдәре йорт эсенә үрмәләгәнен күреп, ҡатын йәһәт кенә балаларын алып тышҡа сыға һала. Урамға сыҡҡан саҡта өйҙәге янғын иҫкәртеүсе ике автономлы ҡулайлама эшләй башлай.

Ярай әле, янғында һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип йыуанырға ғына ҡала. Янғын сыҡҡан мәлдә өс бала урамда, ғаилә башлығы эштә булған. Хәҙер улар ваҡытлыса туғандарына барып һыйынған.  Уттың таралыуына юл ҡуймай һүндергәндәр, уның сығыу сәбәбен тәүтикшереүселәр асыҡлай.

 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Оло ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас