Хәүефһеҙлек
20 Август 2021, 10:00

Бәшмәкте белеп йыйығыҙ!

Һеҙҙең иғтибарға бәшмәк менән ағыуланыуҙан һаҡланыу ҡағиҙәләрен һәм ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙең фотоларын тәҡдим итәбеҙ.

Бәшмәкте белеп йыйығыҙ!Бәшмәкте белеп йыйығыҙ!
Бәшмәкте белеп йыйығыҙ!

Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәләрсә ғаилә бәшмәк ашап ағыулана. Ҡайһы бер осраҡта кешеләрҙе ҡотҡарып өлгөрәләр, ә ҡайһы саҡ медицина көсһөҙ булып сыға. Күптән түгел республика райондарының береһендә йәшәгән ғаилә ауыр ҡайғы кисерҙе. Ете йәшлек малай ихата эсендә ике бәшмәк табып алып ашай. Улар ағыулы булып сыға. Малайҙы Өфөгә алып киләләр, артабан Мәскәүгә күсерәләр, әммә ағыуланыу ныҡ көслө була – табиптар баланы ҡотҡара алмай.

Бәшмәк миҙгеле башланып ҡына тора әле. "Тыныс һунар" яратҡан кешеләр нимәләр хаҡында белергә тейеш?

Беренсе һәм иң мөһим ҡағиҙә: үҙегеҙ таныған һәм ағыуһыҙ икәненә 200 процентҡа ышанған бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Саҡ ҡына икеләнһәгеҙ ҙә, йәлләмәйенсә ташлағыҙ.

Заводтар һәм оло юлдар янында бәшмәк йыймағыҙ. Иң яҡшыһы – ҙур юлдан биш саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа китеү. Бәшмәктәр ауыр металдарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе губка кеүек һеңдерә.

Бер ваҡытта ла осраҡлы һатыусыларҙан, айырыуса юл ситендә йәки ҡала үҙәгендә сауҙа итеүселәрҙән бәшмәк һатып алмағыҙ. Уларҙың береһе лә бәшмәкте ҡасан, ҡайҙа йыйыуы тураһында дөрөҫөн әйтмәйәсәк. Һатыусылар тәҡдим иткән ризыҡ экологик йәһәттән таҙа урман төпкөлөндә йыйылыуы ла, көн элгәре берәй завод йәки зыярат янында үҫеп ултырған бәшмәктәр булыуы ла ихтимал.

Бәшмәкте полиэтилен ҡапсыҡҡа йыймағыҙ – улар унда тиҙ боҙола. Һауа үткәргән кәрзин – иң яҡшыһы. Бәшмәкте эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып һалырға тырышығыҙ.

Күптәр ағыулы бәшмәкте яңылыш ашап ағыуланһаң, алкоголь ҡабул итеү ярҙам итә, тип хаталана. Алкоголь ағыуланыуҙан ярҙам итмәй, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштыра.

Бәшмәкте ҡайнатҡан саҡта һуған  йәки һарымһаҡ һалып ҡайнатһаң һәм улар ҡараймаһа, тимәк, йыйған бәшмәк араһында ағыулыһы юҡ, тип ышана. Эйе, һуған (һарымһаҡ) ысынлап та ҡарайыуы ихтимал, әммә ул бәшмәктең ағыулы булыу-булмауына бәйле түгел. Был күренеш составында баҡыр булған ферменттың – тирозиндың аминокислоталарҙы тарҡатыуы менән аңлатыла. Ә ул фермент ағыулы тырҡышта ла, бер зыяны ла булмаған аҡ көләпә бәшмәгендә лә бар. Шулай уҡ бәшмәкте оҙаҡ ҡайнатһаң, ағыуы бөтә, тигән фекер ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй.

Ғәҙәттә, бәшмәк менән ағыуланыуҙың беренсе билдәләре 12-14 сәғәт эсендә беленә. Күңел болғана, эс ауырта, тән температураһы күтәрелә, эс китә, йөрәк тибеше йышая, күҙ алмаһы ҙурая.

Ошо билдәләрҙең береһе генә күҙәтелгән осраҡта ла ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. Табип ни тиклем тиҙерәк килһә, ағыуланыусыны ҡотҡарыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ. Ярҙам килгәнсе, зыян күреүсегә биш-алты стакан саҡ ҡына тоҙ һалынған һыу эсерегеҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫторорға тырышығыҙ. Был процедураны бер нисә тапҡыр, ризыҡ ашҡаҙандан сығып бөткәнсе ҡабатлағыҙ.

Фотолар: ferma.expert

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас