

Бөгөн, 20 августа, иртәнге 11 сәғәт тирәһендә Әбйәлил районында Асҡар–Аэропорт автомобиль юлының 12 километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. “Газель” йөк машинаһы менән ВАЗ-2108 автомобиле бәрелешкән. ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аварияла ВАЗ-2108 автомобиленә идара иткән 19 йәшлек водитель һәләк булған.
“Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат булған. Уның 26 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау дауам итә,” – тип хәбәр иттеләр ведомствола. Водителдәрҙе юлдарҙа уяу, иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Фото:ЮХХДИ