Хәүефһеҙлек
21 Август 2021, 16:30

Иртәнән төнгә тиклем – янғын һүндереүҙә...

Янғын һүндереүселәргә мобиль элемтә һәм юлдар булмаған ерҙә эшләргә тура килә.

Иртәнән төнгә тиклем – янғын һүндереүҙә...Иртәнән төнгә тиклем – янғын һүндереүҙә...
Иртәнән төнгә тиклем – янғын һүндереүҙә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре республиканың төп туристик урындарының береһе булған Инйәр ирәкташтарында урман янғындарына ҡаршы көрәшә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Анастасия Илсенбаева хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусыларға 190 гектарҙа янғындың таралыуын һәм уның Көньяҡ Урал заповеднигы биләмәһенә күсеүен туҡтатыуға  өлгәшелгән. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, улар уттың ағас баштарына үрмәләүенә юл ҡуймаҫҡа тырыша.

Янғын һүндереүселәргә мобиль элемтә һәм юлдар булмаған ерҙә эшләргә тура килә. 70-кә яҡын кеше иртә таңдан төнгә тиклем янғын һүндереүҙә ҡатнаша. Аҙыҡ һәм һыу килтереү, разведка үткәреү өсөн квадроциклдар файҙаланыла, егерҙар аттарҙа йөрөй. Яҡында һыу ятҡылыҡтары булмағас, уны машина менән алыҫтан килтерергә тура килә.

 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас