Хәүефһеҙлек
21 Августа 2021, 13:00

Урмандар яныуы хәүефләндерә

Урман янған ете биләмәлә уттың таралыуына сик ҡуйылған.

Урмандар яныуы хәүефләндерәУрмандар яныуы хәүефләндерә
Урмандар яныуы хәүефләндерә

Республикала 11 урында (дөйөм алғанда, 527,4 гектарҙа) урмандар яныуын дауам итә.

- Белорет районында 190 гектарҙа;

- Бөрйән районының 60 һәм 17,5 гектарлыҡ ике майҙанында;

- Белорет районының 24 гектарлыҡ бер майҙанында;

- Баймаҡ районының 134, 2 гектарлыҡ бер майҙанында;

- Белорет районының 22 һәм 21,5 гектарлыҡ ике майҙанында;

- Белорет районының 10 гектарлыҡ бер майҙанында;

- Миәкә районының 24,7 гектарлыҡ бер майҙанында;

- Ейәнсура районының 23 гектарлыҡ бер майҙанында;

- Белорет районының 0,5 гектарлыҡ бер майҙанында.

Урман янған ете урында уттың таралыуына сик ҡуйылған (471,9 гектарҙа). Әлегә 55,5 гектар майҙанда дүрт янғын ауыҙлыҡланмаған (Белорет районының 22 гектарлыҡ, 10 гектарлыҡ, 0,5 гектарлыҡ майҙандарында, Ейәнсура районының 23 гектарлыҡ бер майҙанында).

 

Фото: gtrk.tv 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас