

Республиканың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә Учалы районының борсоуға ҡалған кешеләре шылтыратҡан. Рысай ауылы эргәһендәге биләмә яна, тип хәбәр иткән улар. Яҡында ғына – йорттар...
Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Өргөн урмансылығында 0,5 гектар майҙанда янғын сығыуы 11.40 сәғәттә асыҡланған. Утты һүндереүҙә ете берәмек техника һәм 25 кеше ҡатнаша.
Ут сығанағынан ярты километрҙа – ял базаһы, ике километрҙа – балалар лагеры. Унда 281 кеше булыуы билдәле. 226-һы – балалар. Хәл контролдә, шулай ҙа уттың таралыу хәүефе һаҡлана.
Фото: vk.com