Хәүефһеҙлек
21 Август 2021, 12:00

Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...

Ҡурҡыныс авариялар бөгөн Ғафури һәм Шишмә райондарында теркәлгән. 

Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...
Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәмбе көнө ҡайһы берәүҙәр өсөн ҡайғылы ваҡиға менән башланды – Ғафури районында юлда кешеләр һәләк булды.

Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнсәк Ғафури районының Аҡкүл – Дарьино тимер юл үткәүелендә “Ford Focus" автомобиле, ҡыҙыл сигналға иғтибар бирмәй, хәрәкәтен дауам итә һәм тауар локомотивы менән бәрелешә.

Аварияла 25 йәшлек водитель менән 24 йәшлек пассажир һәләк булған, шулай уҡ 25 һәм 26 йәшлек ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Бөгөн көндөҙ Шишмә районында ла фажиғәле осраҡ теркәлде. Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 12-се саҡрымында булған был аварияла “Geelly” менән “КамАЗ” автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә водитель урында уҡ йән биргән, пассажиры дауаханаға оҙатылған. Ваҡиғаның шарттарын полиция һәм башҡа хеҙмәттәр тикшерә.

Кисә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм туғыҙ кеше тән йәрәхәттәре алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ял көндәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған, эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлау һәм аварияларға юл ҡуймау маҡсатында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй.

 

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.

Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...
Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...
Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...
Юлдарҙа өс кеше һәләк булды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас