

Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылы янында ут тоҡаныуға сәбәпсе булды. Бында ҡоро үлән янып китеп, 2 га майҙанды ялмап алды. Етмәһә, ел булыуы ла уны көсәйтергә мәжбүр итте.
Янғын сығыу тураһында Берҙәм дежур-диспетчер бүлегендә хәбәр алынғас та, райондың ашығыс ярҙам хеҙмәте, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына шыҡты. Уларға ирекмәндәр, тотош район халҡы, ҡаланың төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, фермерҙар үҙ техникалары менән ярҙамға ашыҡты. Күмәк көс менән ут ҡамап алынды һәм һүндерелде.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдереүенсә, Бәхтегәрәй ауылы янындағы янғын сыҡҡан урыны уратып алынған, ут һүндерелгән. Ике берәмек гусеницалы трактор һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғынға ҡаршы хеҙмәттәрҙең техникалары йәлеп ителде. "Урындағы халыҡ, ирекмәндәр ҡатнашты, уларға ҙур рәхмәт белдерәм. Янғынды һүндереүҙә бөтә саралар ҡулланылды", - тине ул.
Шулай ҙа әле ут сыҡҡан урындан халыҡ таралмаған, дежурлыҡ ҡуйылған.
Фото: "Башинформ"