

Райондың Казанка ауылынан дүрт саҡрымда тоҡанған ут һөрөлгән ерҙән аша сығып, Биштирәк һәм Ағурҙа ауылдары йүнәлешенә юл алған. Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, ут һүндереүгә 15 трактор, 8 автоцисцерна машинаһы, 120-нән ашыу кеше йәлеп ителгән. Шулай ҙа бында көслө ел эшкә ҡамасаулай, 300 га майҙан ер "ҡыҙыл әтәс" ҡамауында ҡалған.
Ейәнсураларға ярҙамға Күмертауҙан 11 кешелек аэромобиль төркөм һәм ике автоцисцерна ебәрелгән. Райондың урмансылары, Байыш һәм Иҙелбәк ауыл биләмәләре ирекле янғын һүндереү дружиналары, район хакимиәтенән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре, йәштәр комитетынан йәлеп ителгән ирекмәндәр янғын һүндереүҙә ҡатнаша.
Фото: "Башинформ"