Межгорье ҡалаһында янғын һүндереүсенең һыу ятҡылығында батып барған ун йәшлек баланы ҡотҡарыу ваҡиғаһы мөғжизәгә тиң. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, был хәл Көньяҡ-көнбайыш биҫтәһенең һыу ятҡылығында булған.
Был көндә махсус янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Александр Лавренов ғаиләһе менән пляжда ял иткән. Селләлә һыу инергә килгән бала-саға менән яр буйы тулы булған.
Бер ҡыҙҙың: ”Һыу эсендә бер малай ята!”– тип ҡысҡырғанын ишетеп, Александр Семенович һикереп тора. Һыуҙан баланы алып сыға. Уның шулай күпме ятыуы билдәле түгел. Барыһы ла малайҙы үлгән тип уйлай.
Ҡотҡарыусы "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте килгәнсе малайҙы терелтеү өсөн ете минут буйына яһалма тын алдырыуы башҡара, йөрәгенә массаж яһай. Аптырашта ҡалған кешеләр “хәҙер ярҙам итеп булмай инде” тиһә лә, ир баланы бер секундҡа ла ҡулынан ысҡындырмай, реанимация күнегеүҙәрен башҡарыуҙы дауам итә.
Мөғжизә! Бала иҫенә килә, ҡотҡарыусыһына ҡарап:”Мин саҡ-саҡ үлмәнем...” - ти. Бына шундай хәлдәр ҙә, тәүәккәл кешеләр ҙә була тормошта. Малай әле иҫән-һау, йүгереп йөрөй, тиҙәр...
Фото:”Башинформ”.