Хәүефһеҙлек
23 Август 2021, 10:00

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары бар

Уттың ауыл-ҡалаларға үтеп инеүенә етәкселәр юл ҡуймаҫҡа тейеш!

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары барТәбиғәттең үҙ ҡанундары бар
Тәбиғәттең үҙ ҡанундары бар

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Башҡортостандағы янғынға бәйле хәлдәр тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта хәлдәр ҡатмарлы булыу сәбәпле, махсус янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә. Бынан тыш, 40 район һәм бер ҡала округы биләмәһендә ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, эҫелек һаман кәмемәй. 21-нән 27 авгусҡа тиклем күп райондарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә тәбиғәт янғындарын һүндергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Аҙна аҙағында һауа температураһы түбәнәйер тип вәғәҙәләйҙәр, ямғырҙар башланыр тип көтәбеҙ. Был аҙнаны үткәреп ебәрергә кәрәк. Барыһы ла яҡшы булыр, – тине ул.

Радий Фәрит улы муниципалитет башлыҡтарына мөрәжғәт итте.

– Кем дә кем ауыл эсенә янғын инеүенә юл ҡуя, тимәк, ул эшен башҡара алмай. Беҙ бөтә мәсьәләләр буйынса ла даими бәйләнештә. Техника кәрәк булһа, ебәрәсәкбеҙ. Башҡа нимә кәрәк булһа ла, алдан әйтегеҙ. Уттың ауылдар эсенә инеүен көтмәгеҙ, быға юл ҡуйырға ярамай, – тине республика етәксеһе.

 

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас