Хәүефһеҙлек
23 Август 2021, 12:50

Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!

Һыуға батып үлеүселәр тураһындағы мәғлүмәттәр тетрәндерә.

Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!
Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!

Йәй күңел саф һауаға, йәшеллеккә, һыу буйҙарына тартыла. Беҙ ҙә шулай ял көнө күлгә һыу инергә йүнәлдек. Рәхәтләнеп һыу төшөп, ял итеп ҡайтырға ине ниәтебеҙ.

Яр буйында кеше булмағаныраҡ урын күҙгә салынды, шунда туҡтарға булдыҡ. Беҙҙең яндан үтеп барған ир кешенең “Кисә тап ошо ерҙә йәш егет батып үлде” тигән һүҙҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе. Шомло урынды тиҙ генә ташлап китеү яғын ҡараныҡ.

Хәл былай булған. Йәш егеттәр йыйылышып тәбиғәт ҡосағына сыға, эсергә лә алалар. Һыу ингәндә 21 йәшлек егеттең аяғын көҙән йыйыра. Иптәштәре уның һыу аҫтына киткәнен аңғармай ҙа ҡала. Ҡотҡарыусылар егеттең кәүҙәһен бер нисә сәғәт үткәс кенә табып ала.

Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай фажиғәләр тураһында көн һайын тиерлек ишетелеп тора. Йәй аҙағы булһа ла, көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында күпселек халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә, тимәк, ҡотҡарыусыларға ла был йәһәттән эш күп. Улар кешеләрҙе һыуҙан йолоп алып ҡына ҡалмай, ә үле кәүҙәләрҙе лә әленән-әле сығарып тора - шуныһы ҡыҙғаныс...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, үткән тәүлек эсендә бер үк урында ике кеше батып үлгән. Дим йылғаһының “Дудкино” кисеүендә кисә 23 йәшлек егет бата. Йәш кеше дуҫтары менән ял итә, тәрән урынға тиклем йөҙөп бара ла кире әйләнеп килергә хәле етмәй. Ә бер көн алда шул урындан 50 метр алыҫлыҡта 24 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлә. Ә бит был урында һыу инеү тыйыла тигән билдә ҡуйылған.  

Күп осраҡта фажиғәләр һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа теркәлгән, ә ҡорбандар - башлыса эшкә яраҡлы йәштәге ир-ат. Вайымһыҙлыҡ һәм алкоголь - ҡазаларҙың төп сәбәбе.

Республикала халыҡтың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеү, бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү маҡсатында маҡсатлы эш алып барыла. Уҙған ял көндәрендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре район хакимиәттәре вәкилдәре менән берлектә профилактик рейдтар уҙғарҙы.

Хәүеф менән янаған һыу ятҡылыҡтарында һыу инергә тыйыу тураһында билдәләр ҡуйыла. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән өсөн 3-4 мең һум, ә иҫерек килеш һыу ингәндәргә 3-5 мең күләмендә административ штраф ҡаралған.

Йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң тәүҙә ҡулай һыу ятҡылығы һайларға кәрәк. Әгәр пляжға барырға уйлаһағыҙ, уның махсус йыһазландырылған, ҡомло ярлы булыуы хәйерле. Ҡала ситендәге йылға-күлдәрҙәге һыуҙың таҙалығына иғтибар итегеҙ.

Йыһазландырылған пляжды һайлау хәүефһеҙ ялығыҙҙы гарантиялай. Сөнки ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ҡотҡарыусылар һеҙгә ярҙамға ашығасаҡ, зыян күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер буласаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы халыҡҡа яһаған иҫкәртеүҙәренән өҙөктәр килтереү урынлы булыр:

Ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу температураһы 17-19, һауа температураһы 20-25 градус торғанда һыу инеү хәйерле. Бер ингәндә 10-15 минуттан артыҡ булыу кәңәш ителмәй. Оҫта спортсыларҙы ла йыш харап иткән бәлә – көҙән йыйырыу тән температураһы төшкәндә хасил була. Көҙән йыйыра башлау менән һыуҙан сығыу талап ителә. Ундай мөмкинлек юҡ икән, түбәндәге кәңәштәр бирелә:

-арҡаға ятып ял итергә, йөҙөү стилен алмаштырырға;

-мөмкинлек бар икән, буйһонмай башлаған тән ағзаһына осло предмет (энә, булавка) менән сәнскеләргә;

-бармаҡтар ҡата башлай икән, көс менән усты йоҙроҡҡа йомарларға, һелтәнергә һәм йоҙроҡто кире яҙырға;

-балтыр тота икән, шул яҡ табанды ике ҡул менән тотоп, тубыҡты көслө итеп ҡыҫып бөкләргә;

-ботто көҙән йыйыра икән, бәкәлдән тотоп, тубыҡты бөкләп аяҡты тышҡы яҡтан арҡаға табан ҡайырырға.

Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмәйенсә генә ярға йүнәлергә кәрәк. Йылға өйөрмәһенә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп ситләшергә. Ылымыҡҡа буталдығыҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, яй ғына килгән яҡҡа кире сығып ҡарарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.

Төп ҡағиҙәләр:

-бер осраҡта ла эскән килеш һыу инмәҫкә;

-таныш булмаған урында суммаҫҡа;

-ҡулдан эшләнгән йөҙөү яйланмаларын (һал, камера һәм башҡа) файҙаланмаҫҡа;

-текә йә батҡыл ярлы, көслө ағымлы йә һыу үләне ныҡ таралған урындарҙа һыу инмәҫкә;

-кәмә эсенән һыуға һикермәҫкә;

-халыҡ һыу ингән урындарҙа кәмә, катер, гидроциклдарҙа йөрөмәҫкә.

Батып барыусыға нисек ярҙам итергә:

Батып барыусы кешене күрһәгеҙ, ә эргәлә ҡотҡарыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булыуы мөһим. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын таҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡаһына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығарығыҙ. Унан инде батыусыны арҡаһына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.

 

Фото: drive2.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас