Хәүефһеҙлек
24 Август 2021, 13:05

Балалар әрәм булған...

Фажиғәле хәл Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында теркәлгән.

Балалар әрәм булған...Балалар әрәм булған...
Балалар әрәм булған...

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында гараждар эргәһендә иретеп йәбештереү аппаратының карбидлы мискәһе шартлаған. Һөҙөмтәлә алты һәм ете йәшлек ике малай зыян күрә. Малайҙарҙың алты йәшлеге алған тән йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән.

 

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, бәхетһеҙ осраҡ 17 августа теркәлгән. Был көндө торлаҡ йорттар һәм колледждың дөйөм ятағы эргәһендә янғын булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре утты һүндергәндән һуң ул урында тимер һауыт таба, уны бинанан сығара һәм ҡарауһыҙ ҡалдырып китә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ике бала уйнап йөрөгәндә ошо мискәгә ут төртә. Һауыттағы тоҡаныусан әйбер шунда уҡ дөрләп янып китә. Алты йәшлек малайҙәң тәне – 90, икенсеһенең тәне 50 процентҡа тиклем бешкән.  

 

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына зыян һәм үлемгә килтергән яуапһыҙ ҡараш өсөн” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тикшереү эше бара.

 

Фото: "Башинформ" сайтынан алынды.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас