Хәүефһеҙлек
24 Август 2021, 07:00

Бер-бер артлы ике егет батҡан

Аяныслы хәл Өфө ҡалаһының Дудкин ауылы янында теркәлгән. "Һыу инеү хәүефле" тигән яҙыу торһа ла, күптәр талапты инҡар итә.

Бер-бер артлы ике егет батҡанБер-бер артлы ике егет батҡан
Бер-бер артлы ике егет батҡан

Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы белдереүенсә, Ҡариҙел (Өфө) йылғаһында 23 йәшлек егет батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡ Дудкин ауылы янында теркәлгән.

Егет яңғыҙ булмаған, әммә иптәштәренең уны ҡотҡарырға тырышҡанмы, юҡмы икәне билдәһеҙ. Ул йылғаға төшөп, тәрәнгә киткән, әммә кире йөҙөп сыҡмаған. Әйткәндәй, ошо уҡ урында бер көн алда 24 йәшлек егеттең дә ғүмере өҙөлгән булған. Был урында "Һыу инеү хәүефле" тигән яҙыу торһа ла, күптәр талапты инҡар итә.

Көндәрҙең эҫе тороуы халыҡтың йылға-күл буйҙарына күпләп ағылыуына килтерә, әммә һыу ингәндә тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе онотмағыҙ. Спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ, үтә тәрәнгә йөҙмәгеҙ, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, бер-берегеҙҙе һәр саҡ күҙәтеп тороғоҙ! Шул ваҡытта ялығыҙ күңелле үтер, аҙаҡ үкенергә тура килмәҫ.

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас