

Социаль селтәрҙәге "Альтернатива Хәрәкәте" төркөмөндә яҙылыуынса, яңыраҡ уларға Гүзәл исемле ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул тыумышы менән Башҡортостандан булған әсәһе Лилиә Ғ.-ны эҙләп табыуҙа ярҙам һорай.
Гүзәл әйтеүенсә, 20 июндә ул Силәбе өлкәһенең Агапов районына таныштарына эшкә юллана. Аҡса наҡыҫлығынан әсәһе иһә юл ыңғай барған машинаға сыға. Һәм... юғала.
Баҡһаң, бер транспорттан икенсеһенә күсеп бара торғас, уға Аҫылхан Баймөхәмәтов исемле ҡаҙаҡ кешеһе үҙенең Снежный ҡасабаһы янындағы фермаһында һауынсы эше тәҡдим итә.
Әммә урынға килеп еткәс, ир уның телефонын һәм паспортын тартып ала. Һауынсы эше урынына тиҙәк түгергә ҡушып ҡуя. Шунан көтөүсеһенең ҡасып китеүен һылтау итеп, һыйыр малын ҡарарға мәжбүрләй.
Хеҙмәт хаҡы тураһында һүҙ ҙә булмай. Бер аҙ ваҡыттан Лилиә аҡса хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Аҫылхан ярһып китә һәм ҡатынды туҡмай. Шунан ҡасып китмәһен өсөн үҙенең авторитетлы, йоғонтоло таныштары менән ҡурҡыта.
Тотҡон мөғжизә менән ҡыҙына шылтырата һәм ҡасабаның, ферма хужаһының исемен хәбәр итеп өлгөрә. Гүзәл бөтә мәғлүмәтте кешеләрҙе ҡоллоҡтан ҡотҡарған ирекмәндәргә ебәрә. Улар үҙ сиратында полиция хеҙмәткәре менән Лилиәне көтөүҙә таба, артабан хужаһынан уның документтарын ала. Ҡатын үҙ бәхетенә үҙе ышанмай, күҙ йәштәренә төйөлә.
Аҫылханға документтар артынан барғанда, ул бер ҙә оялмайынса ҡатынға тағы эшкә ҡалырға тәҡдим итә. Ахырҙа уның ҡулына өс мең һум тоттороп: "Был мине алдаҡсы тип әйтмәҫ өсөн", – ти.
Лилиә суд-медицина экспертизаһы үтеп, үҙен ҡоллоҡта тотҡан ир өҫтөнән полицияға ғариза яҙырға йыйына. Ә бөтә эш эҙләгән һәм сит-ят ергә йыйынған кешеләргә һаҡ булырға тәҡдим итәбеҙ. Мутлашыусылар, алдаҡсылар, енәйәтселәр ышаныусан кешеләрҙе һағалап ҡына тора.
Фото: vk.com/alternative.movement