Хәүефһеҙлек
24 Август 2021, 05:00

Янғындар дауам итә...

Учалы районындағы янғында 38 йәшлек ир вафат булған, ә Салауат ҡалаһында өс баҡса йорто һәм өс ташландыҡ төҙөлөш урындары көл-күмергә әйләнгән.

Янғындар дауам итә...Янғындар дауам итә...
Янғындар дауам итә...

Быйылғы йәй үҙенең ҡот осҡос янғындары менән хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәрҙең үтә эҫе һәм ҡоро тороуы республиканың төрлө төбәгендә көн һайын тиерлек янғын сығыу хәүефен арттыра.

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы урман янғындарын "ауыҙлыҡлап" та өлгөрмәнек, Бөрйән районында йәнә ҡот осҡос ут сыҡты. Ял көндәре лә тыныс үтмәне: Учалы районының Уральск ауылында йорт янды. Ҡотҡарыусылар, утты һүндереп бөткәс, 1983 йылғы ирҙең мәйетенә юлыҡҡан...

Салауат ҡалаһында ҡоро үләндән сыҡҡан янғынды һүндереү ҙә еңел бирелмәне: 8 берәмек техника һәм 19 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығындағы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡаланың "Мономер" баҡса йәмғиәтендә өс торлаҡ йорт һәм өс ташландыҡ төҙөлөш урындары көл-күмергә әйләнгән. 

Республикала был аҙнала ла эҫе һәм ҡоро көндәр дауам итә, шуға күрә йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: УТ МЕНӘН ЭШ ИТКӘНДӘ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас