

Ейәнсура ҡыҙы Зәүхиә Низамиеваны күптәр халыҡ табибы булараҡ белә. Уның әрем менән дауаланыу хаҡында кәңәштәрен бигерәк тә яратып уҡыйҙар, файҙаланалар. Бөгөн яҡташыбыҙҙы тыуған яғында урман яныуы мәсьәләһе борсой һәм ул үҙенең "Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәһе аша яҡташтарына мөрәжәғәт итә.
"Хөрмәтле яҡташтар! Ошо мәлдәрҙә Ейәнсура районының Байыш ауыл биләмәһенә ҡараған Биштирәк, Ағурҙа, Элмәле, Сәғит ауылдары ысын мәғәнәһендә ут ҡамауы эсендә ҡалды. Янғын сығыуға яҙҙан бирле ямғырҙың яумауы етди сәбәп булды. Мин июль айында ҡайтҡанда уҡ хәүефләнеп киткән инем. Тирә-яҡ көйрәп, үҙенән-үҙе ут ҡабынырҙай булып ята ине. Бер ай элек тигәндәй башланған янғынды ҡулдарынан килгәнсе баҫтырып килделәр. Ситтә йәшәгәндәр ҙә хәленә күрә ярҙам күрһәтте. Ҡайта алмағандар ашау-эсеүгә, яғыулыҡҡааҡса ебәрҙе, ҡайта алғандар ҡайтты.
Тик һуңғы көндәрҙә 42-43 градусҡа хәтлем еткән ҡыҙыулыҡ утты тағын да нығыраҡ ҡуҙғалтып ебәрҙе. Үткән төн һәм кисә көнө буйы ут менән аяуһыҙ көрәш барҙы. Күберәген шунда йәшәгән халыҡ дәррәү күтәрелеп сыҡты. Тик хәҙерге заманда ауылда йәштәрҙең әҙ булыуын, транспорттың бөртөкләп кенә һанарлыҡ ҡалғанын беләбеҙ. Соляркаға аҡса кәрәк, ситтән килгән волонтерҙарға ашарға-эсергә әҙерләүгә, янғынға ҡаршы көрәшеү ранецтары алыуға сығымдар бар. Шул сығымдарҙы ҡаплар өсөн кисә, кемдәр булдыра ала, аҡсалата ярҙам йыйҙыҡ.
Утты әле еңеп бөттөләр тип әйтеп булмай. Ул бик ҙур биләмәне ялмап алды һәм яҡын-тирәләге ауылдарға ут эсендә ҡалып яныу ҡурҡынысы янай. Ут ауылдарға ныҡ яҡынлашты.
Күл тамсынан йыйыла. Ошо яҡта тыуып үҫкәндәр, яҡташтар, ауылдаштар! Кем был юлдарҙы уҡый, барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Әйҙәгеҙ, дәррәү ҡуҙғалып, утты еңергә ярҙам итәйек. Ниндәй ярҙам кәрәклеген үҙегеҙҙең ауылдаштарығыҙға, яҡындарығыҙға, таныштарығыҙға шылтыратып, бәйләнешкә сығып белә алаһығыҙ. Транспорт, ашау, ут һүндереү машиналары, волонтерҙар - төрлө ярҙам ҡабул ителә.
Синоптиктар әле был яҡтарҙа ямғырҙар булырын фаразламай. Тимәк, утты кеше көсө менән һүндерергә кәрәк була. Күмәкләгән - яу ҡайтарған!"
Фото: социаль селтәрҙән.