Хәүефһеҙлек
25 Август 2021, 07:15

15 йәшлек бала юғалған

Айгөлдө күрһәгеҙ, тиҙ арала ирекмәндәргә йәки полицияға хәбәр итегеҙ.

15 йәшлек бала юғалған15 йәшлек бала юғалған
15 йәшлек бала юғалған

 “Лиза Алерт Башҡортостан” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре республикала бала юғалыуы һәм уны эҙләү башланыуы тураһында хәбәр итте.

15 йәшлек Айгөл Сәхәпова 23 августа Шаран районының Салмалы ауылынан ғәйеп булған. Ул өйөнән сығып киткән дә ошоға тиклем бәйләнешкә сыҡмаған. “Комсомольская правда” порталында яҙылыуынса, ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр Туймазы районының Туҡтағол ауылында күргәндәр.

Айгөлдөң билдәләре: буйы 162 см, уртаса кәүҙәле, сәсе һәм күҙе ҡуңыр төҫтә. Юғалған көндө ул ҡара футболка, ҡара салбар, аҡ кроссовки кейгән булған.

Әгәр ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 800 700 54 52, 8 917 808 68 08, 112 телефондары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

 

Фото: "Лиза Алерт Башҡортостан" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас