Хәүефһеҙлек
25 Август 2021, 05:45

35 йәшлек ҡатын һәләк булған, ә бала...

Илеш районы биләмәһендә Мәскәү – Өфө трассаһы буйлап хәрәкәт итеүсе өс автомобиль бәрелешкән.

35 йәшлек ҡатын һәләк булған, ә бала...35 йәшлек ҡатын һәләк булған, ә бала...
35 йәшлек ҡатын һәләк булған, ә бала...

Кисә Илеш районы биләмәһендә Мәскәү – Өфө трассаһы буйлап хәрәкәт итеүсе өс еңел машина бәрелешкән. Тәүҙә “ВАЗ-2107” ҡаршы һыҙаттан елдереүсе “Daewoo Nexia” автомобиленә барып төкөгән. Көслө бәрелеш еңел машинаны юл ыңғайы китеп барыусы “Форд Фокус”ҡа килтереп һуҡҡан.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “ВАЗ-2107” автомобиле рулендә Татарстандан 79 йәшлек ир ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның 35 йәшлек пассажиры дауаханала һәләк булған, водитель үҙе, 63 йәшлек ҡатын һәм 11 йәшлек малай дауаханаға оҙатылған.

Дөйөм алғанда, 23 августа ла республика юлдарында тыныс булманы: 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 17 кеше тән йәрәхәттәре алған.

 

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас