Хәүефһеҙлек
25 Август 2021, 09:30

Ирекмәндәр Ейәнсураға янғын һүндерергә ашыға

Бөгөн Өфөнән бер төркөм ирекмән Ейәнсура районында сыҡҡан урман янғындарын һүндереүҙә ярҙамға юлланды.

Ирекмәндәр Ейәнсураға янғын һүндерергә ашығаИрекмәндәр Ейәнсураға янғын һүндерергә ашыға
Ирекмәндәр Ейәнсураға янғын һүндерергә ашыға

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, Ейәнсура райондағы урман янғындарын һүндереү өсөн ирекмәндәр талап ителә ине. Бөгөн таң менән Өфөнән бер автобус юлға сыҡты. Юлда улар сафына Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Күгәрсен райондарынан да вәкилдәр өҫтәлде.

Күптәре янғын һүндереү эшендә тәүге тапҡыр түгел. Мәҫәлән, Зарина Вәлиева Әбйәлил районындағы урман янғындарына ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан, әле Ейәнсураға юл ала. Ауырлыҡтар ҡыҙҙы ҡурҡытмай.

"Мин был мөмкинлекте ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдым, көн һайын ирекмәндәр штабын күҙәтеп барҙым. Әлбиттә, еңелдән түгел. Тау-урмандарға үтеп инеп, көнөнә әллә күпме араны йәйәү атлау, арҡаға ранец йөкмәп, ут һүндереү күптәрҙең хәленән килмәй. Минең иң ҙур теләгем: кәрәк ваҡытта ярҙам итеү генә. Шуға күрә мин бында", - ти батыр йөрәкле ҡыҙ.

Бындай төркөмдәр республиканың Ирекмәнлекте үҫтереү буйынса ресурс үҙәгендәге оператив штаб тарафынан туплана. Изге эшкә барыусылар транспорт, туҡланыу, һаҡланыу саралары һәм янғынға ҡаршы көрәш ҡоралдары менән тәьмин ителә. Әгәр теләгегеҙ булһа, һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ, бының өсөн ошо һылтанма буйынса үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ебәрергә кәрәк: https://forms.gle/8zgtKvFpgoMFb9By7 

Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (996) 402-18-08, координатор - Владислава Пальчиковская.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас