

Яңыраҡ Ишембай районында бер тракторҙың үҙенән-үҙе гөлтләп янып китеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Был хәл Алаҡай ауылына ингән юлда теркәлгән. “Восход” гәзите хәбәр итеүенсә, "Т-150" тракторына ут аккумуляторының шартлауы һөҙөмтәһендә кинәт тоҡанған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡорамал быйылғы иҫ киткес эҫегә сыҙамаған. Бәхеткә ҡаршы, бәлә-ҡазаға тарығандар юҡ.
Август айы булыуға ҡарамаҫтан, республикала көндәрҙең эҫелеге рекорд ҡуя. Яңыраҡ күп райондарҙа һауа температураһының 39 градусҡа етеүе билдәле булды. Янғын хәүефе әүәлгесә һаҡлана, шуға барыбыҙҙың да уяу, сос булыуыбыҙ мөһим.
Фото: BashNews