Хәүефһеҙлек
26 Август 2021, 10:30

"Бала хәҙер ҡолап төшә!"

Бер нисә кеше шулай тип шылтырата. Ҡотҡарыусыларҙың бер төркөмө уны тотоп алыу өсөн ҡыйыҡҡа менеп китә, берәүҙәре аҫта тороп ҡала...

"Бала хәҙер ҡолап төшә!""Бала хәҙер ҡолап төшә!"
"Бала хәҙер ҡолап төшә!"

Иртә менән Граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә бер ир борсолоп шылтырата. Ул туғыҙынсы ҡаттағы йорттоң балкон кәрнизе буйлап йөрөгән бәләкәй генә баланы күреп ҡалған икән. Тағы ла ике ир ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап шылтырата. Үҙҙәре, сабый йығылып һәләк булып ҡуймағайы тип, балкон төбөндә юрғанды йәйеп тотоп торорға мәжбүр була.

Ҡотҡарыусыларҙың бер төркөмө баланы алыу өсөн ҡыйыҡҡа менеп китә, береһе урамда бала менән һөйләшеү өсөн ҡала. Малайҙы фатирға инергә өгөтләйҙәр. Ниһайәт, ул тыңлашып, бүлмәгә инеп китә, хатта тәҙрәне ябып ҡуя.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, малайға дүрт кенә йәш. Фатирҙа ул өләсәһе, ике туғаны менән бергә ҡалған булған. Өләсәһе, бәләкәстәрҙең һәләкәткә тарыуы ихтималлығы хаҡында бер ни һиҙенмәй, кухняла аш-һыу тирәһендә уралған, ә өлкән ағаһы ҡустыһы менән уйнаған.

Бәхеткә ҡаршы, барыһы ла яҡшы тамамланды, сабый иҫән ҡалды. Өләсәй иһә ҙур һабаҡ алды.

 

Фото: Горобзор.ру

 

"Бала хәҙер ҡолап төшә!"
"Бала хәҙер ҡолап төшә!"
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас