

Бөгөн иртәнге 08.48 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бишбүләк районының Баҙлыҡ ауылындағы Үҙәк урамда 5х10 ҙурлығындағы йорт яныуы тураһында мәғлүмәт килә.
Мәғлүм булыуынса, янғын сыҡҡан саҡта йортта биш кеше булған: ата-әсә һәм өс бәләкәй бала.
Ут өйҙөң соланында тоҡанған. Ғаилә башлығы янғын иҫкәртеү ҡорамалының әсе һыҙғырыуын ишетә. Ул утты үҙ көсө менән һүндереп тә маташа, әммә файҙаһыҙ була. Улар тиҙ генә йыйынып, өйҙән сығып өлгөрә. Зыян күреүсе юҡ.
Өйгә өс янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылған булған. Уларҙың ваҡытында эшләп китеүе һөҙөмтәһендә ғаилә иҫән-һау ҡалған.
Фото: @mchsrb