Хәүефһеҙлек
26 Август 2021, 11:15

Тынғыһыҙ ирекмәндәр

Ейәнсура районының Казанка ауылынан ирле-ҡатынлы Зөлфиә менән Усман Ниғмәтуллиндар, янғындың ҡайтанан тоҡаныуын белгәс тә, тәүгеләрҙән булып утты һүндерергә ашыҡҡан.

Тынғыһыҙ ирекмәндәрТынғыһыҙ ирекмәндәр
Тынғыһыҙ ирекмәндәр

Зөлфиә һәм Усман Ниғмәтуллиндар янғын һүндереүҙә тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Шуға күрә ут менән нисек алышырға кәрәклеген яҡшы беләләр, тиҙ генә үҙҙәре менән еңелсә ашау өсөн аҙыҡ-түлек, һыу һәм көрәктәр алып, йәнә тоҡанған янғынға тәүгеләрҙән булып барып та етәләр.

"Бөтә район халҡы менән утты ауыҙлыҡларға тейешбеҙ, урмандарҙы һаҡлап ҡалыу бик мөһим", - ти Ниғмәтуллиндар.

Үҙҙәренең ваҡыты һәм көсө менән иҫәпләшмәйенсә, көнө-төнө ут һүндергән, минераль һыҙаттар аша ут ҡаршы яҡҡа сыҡмаһын өсөн һаҡта торған Казанка ауылы ирекмәндәренә оло рәхмәт!

 

Фото: "Зианчуринские зори"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас