

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарға бәйле хәл киҫкен ҡала, көн һайын яңы сығанаҡтар барлыҡҡа килә. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан урман фонды ерҙәрендә 403 янғын теркәлгән, шул иҫәптән 184-е тәбиғәт факторҙарына бәйле булһа, 157-һе ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Бөгөнгә ҡарата урман фондына ҡараған 11428,7 гектар майҙан зыян күргән.
Белорет районында ла хәлдәр шәптән түгел. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, әлегә район биләмәһендә биш урында урман яна: Инйәр зонаһында – ике, Ҡағы ауылы эргәһендә – бер, Тирлән урмансылығында – бер, Белорет ҡалаһы эргәһендә бер сығанаҡ.
Иң көсөргәнешле хәл Мулдаҡай участка урмансылығында, әле унда ут 815 гектар майҙанды ялмап алған. Ундағы бейек тауҙар утты һүндереүҙе ҡатмарлаштыра, етмәһә, үҙәктән дә алыҫта ята.
“Кисә үтеү һәләте юғары булған автомобилдәрҙә өс сәғәт барҙыҡ. Ут Белорет һәм Архангел райондарындағы ауылдарға етмәһен өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйбеҙ. Ауыр техника ярҙамында утты ауыҙлыҡларға тырышабыҙ, минераль һыҙаттар һалабыҙ”, – тине Андрей Иванюта.
Районда тағы ла Ҡағы ауылы эргәһендә – 210 гектар, Межгорье ҡалаһы эргәһендә 200 гектар майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Шулай уҡ ике урында – 1,3 һәм 1,9 гектар майҙанда янғын теркәлгән.
Уларҙың береһе кисә "Морат" тау саңғыһы базаһы эргәһендә сыҡҡан һәм 1,9 гектарға таралып өлгөргән. 44-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре, төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары шунда уҡ ваҡиға урынына йүнәлгән. Район хакимиәте башлығы үҙе лә урмансылар, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ менән бергә утты һүндереүҙә ҡатнаша. Төндә дежурлыҡ ойошторолған, әммә хәл ҡатмарлашҡан.
"Белоретта "Морат" тау саңғыһы базаһы эргәһендәмен. Янғын таралыуын дауам итә. Беҙгә утты таратмау өсөн ныҡ, физик яҡтан яҡшы әҙерлеге булған ир-егеттәр кәрәк. Эҫелә эш ауыр, янған урынды күмәбеҙ. Йыйылыу урыны: элекке “Парус” лагеры яғына юл буйында, иҫке һыу һурҙырғыс артында. Унда янғын һүндереү машинаһы тора. Үҙегегеҙ менән көрәк, өс литрҙан да кәм булмаған эсәр һыу, тау шарттарында эшләрлек аяҡ кейеме алығыҙ", – тип белореттарға мөрәжәғәт итте Андрей Иванюта.
Фото: Андрей Иванютаның социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.