

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төҙөгән икенсе ирекмәндәр төркөмө, урындағы халыҡ менән осрашыу, янғын һүндереү сараларын, хәл-торошто барып күреү маҡсатында Хәйбулла районына юлландыҡ.
Хәйбулла районы – Башҡортостандың далалы төбәге. Уның урманлы зонаһы “Шайтантау” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында урынлашҡан. Әллә ни ҙур майҙан түгел дә бит, әммә бында тәбиғәт иҫ киткес! Шиғыр яҙырлыҡ һүҙҙәр тапманым ул матурлыҡты сағылдырырға!
Беҙ – утыҙға яҡын ирекмән. Уларҙың күбеһе – Диңгеҙ йыйылышы йәмәғәт ойошмаһына ҡараған элекке моряктар. Етәкселәре Юлай Азамат улы Моратов та беҙҙең менән. Ирекмәндәрҙе Хәйбулла ерендә Республика ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү үҙәге директоры Илшат Бикҡолов ҡаршы алды. Тәүге минуттарҙан уҡ беҙҙе Әбеш урта мәктәбенең интернатына урынлаштырып, һәр беребеҙҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, ихлас мөнәсәбәт күрһәттеләр. Урындағы мәктәп директоры Радмир Ниғмәтуллин тәүлек әйләнәһенә мәктәптә, ирекмәндәрҙе ҡаршылау, оҙатыу эше менән шөғөлләнә. Ир-егеттәрҙең ныҡлығына, сабырлығына таң ҡалырлыҡ. Бер туҡтауһыҙ бәйләнештә булырға кәрәк. Ә янғындың тирә-яғы, махсус рәүештә һөрөлөп, уратып алынған, әммә ут туҡтамаған әле.
Беҙҙе Вәзәм ауылынан ары янғындар урынына алып барҙылар. Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Таһир Мәүлитдин улы Юнысов инструктаж үткәрҙе. Беҙҙе бишәр кешенән торған биш төркөмгә бүлеп, арала бер нисә метр арауыҡ ҡалдырып, һәр төркөм етәксеһенә рация тоттороп, урманға тараттылар.
Етәкселәребеҙ – элекке моряктар, хәрбиҙәр. Улар тәртип урынлаштырҙы. Айырым урманға сығып йүгергән, ут күреп, шунда сапҡан кеше юҡ. Аҙмы ни ирекмән булып килеп, үҙҙәре юғалып йөрөгән кешеләр. Бында батырлыҡ күрһәтергә кәрәкмәй, ирекмәндәрҙең эше – һөрөлгән ерҙән утты йәшеллеккә – бирге яҡҡа сығармау.
Юл аша ҡауҙылар осоп үтә. Улар аҙым һайын. Ни тиһәң дә, тәбиғәт ҡурсаулығы бит! Айыу ҙа урманға инеп китте. Улар күп бында, янғын уларға ла оҡшамай, малға зыян итә лә башлағандар. Ҡап-ҡара булып янған тауҙарҙы күреп, йән әсей... Күпме йәнлек зыян күрҙе... Юҡҡа ғына ил башлығы В. Путин Яҡут-Саха Республикаһындағы янғындарға бәйле тап йәнлектәрҙе ҡурсалау тураһында айырып әйтмәне. Улар бит беҙҙең янға ауылға, ҡураға килеп йәшәй алмай, ҡасыр урыны юҡ... Былтыр ҙа Бөрйәндә олоған инә бүренең хәле онотолмай.
Төшкә тиклем янғын бер тоҡанып, бер һүндерелеп, эш көйләнә лә төшкән һымаҡ була. Ә инде ныҡ ҡыҙҙырғандан һуң, төштән һуң күҙ алдында ағастар тоҡана ла китә. Белгестәр, үлән яныуҙан тәбиғәттең әллә ни зыян да күрмәүе ихтимал, хатта ҡайһы саҡ махсус яндырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Ә бына армыт-армыт тауҙарҙа урмандың яныуы – бик хәүефле күренеш.
Һыу тулы ранецтарҙы еңел, тип әйтә алмайым. Тау буйлап урман эсендә йөрөп һибергә, тоҡанған урындарҙа утты һүндерергә кәрәк. Ир-ат беҙгә ҡарағанда әүҙемерәк эшләй. Етмәһә, хәрбиҙәр.
Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә халыҡ ярҙамға килгән. Республикабыҙ урманы, ошо урмандарға яҡын йәшәгән кешеләр – халыҡ байлығы. Быны Башҡортостан етәкселеге лә аңлай, әлбиттә. Радий Фәрит улы, үҙе төбәккә барып, хәл-торош менән танышты.
Бында халыҡ көн-төн дежурҙа тора, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә, мәктәптә ашатыу ойошторған. Төшкө ашҡа табынды шул тиклем матур итеп ҡорғайнылар, хатта аптырап ҡалдым. Зауыҡ менән киҫелгән икмәк, ҡарбуздар ҡатындарҙың оҫталығы хаҡында һөйләй.
Аҙна буйы һәм унан һуң да Әбеш мәктәбендә Әлфирә Рәшитова, Айгөл Әминева, Земфира Әминева һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәрҙе ашата. Вәзәм ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Клара Ыласова, Сәғиҙә Сурина, Айгөл Сурина, Фаягөл Күскилдина яланға аш-һыу алып килде. Башҡорт шиғриәтен дә уҡыйҙар икән. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, мунсаға саҡырҙылар, сәйгә алырға торалар. Бына башҡорттоң ихласлығы! Беҙ бит бында ҡунаҡҡа килмәнек, әммә саҡырыуҙарына шулай уҡ айырым рәхмәт! Күҙгә йәш тулып китә хатта. Әле яңыраҡ “янғын өйҙәренә килеп ҡунмаһын” тип ҡоттары оса яҙып торған апайҙар, инәйҙәр – ихлас халҡыбыҙҙың асылы бит ул.
Интернет менән бәйләнеш булмай торҙо. Шуға мәғлүмәттәрҙе шунда уҡ һалып та булманы. Әммә Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында уҡыған Артур Әминев, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Рөстәм Әминев видеояҙмаларҙы, фотографияларҙы үҙҙәрендәге телефондан социаль селтәрҙәргә күсерергә ярҙам итте.
Бик күптәрҙе, урындағы халыҡты рәхмәт әйтеп телгә алам. Хәйбулла районында эш көйлө ойошторолған. Ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә.
Был төбәктә Ғатаулла ишан ерләнгән. Уны телгә алыуым юҡҡа түгел. Урындағы халыҡ әүлиәнең көсө тураһында ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Янғын һүндереү ҙә, ирекмәндәр эше лә, етәкселек тарафынан да эш көйләнгән. Әммә донъяның һәр тарафындағы янғындар беҙҙең доға ҡылырға онотоуыбыҙ хаҡында иҫкә төшөрә.
Беҙ, кешеләр, шул тиклем көслөбөҙ! Беҙ, кешеләр, тәбиғәт алдында, иң тәүҙә Хоҙай алдында шул тиклем көсһөҙбөҙ! Ҡорбан салырға, ямғыр доғаһы уҡырға, зекер әйтергә кәрәк. Эйе, беҙ ҙә күмәкләп намаҙ уҡыныҡ. Бәләбәйҙән килгән Булат хәҙрәт менән бергә доға ҡылдыҡ. Әммә күмәк көс, йәмәғәт доғаһы кәрәк бында. Быны дин әһелдәре кәңәш итә, үҙ белдегем менән яҙмайым. Һәр хәлдә бала саҡтан нәнәйемдең, Ҫанайҫарына барып доға ҡылһаҡ, ямғырһыҙ йылда ямғыр яуа ине, тигәнен беләм.
Элек бит янғын һүндереүселәр, махсус техника булмаған, самолет та, вертолет та юҡ, халыҡ доға менән бар афәтте еңгән. Кемдер утты махсус тоҡандыра, тигән фекер ҙә бар. Эйе, бер иҫерек ирҙе күргәндәр, әммә ул яңғыҙы Шайтантауҙың әле бер, әле икенсе урынында нисек ут сығарһын?!
Доға ҡылырға кәрәк тигән уйымда нығынып ҡайттым.
- Лариса АБДУЛЛИНА.