

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге тура эфирҙа урман янғыдарын күҙәтеүҙе дауам итә.
28 августа иртән Белорет районында хәл шәптән түгел ине. Межгорье һәм Мулдаҡай тирәләрендә ҙур янғын сығанаҡтары менән көрәш бара. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Виталий Барзайкин һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Зайцев ентекләберәк һөйләйҙәр.
Бөгөнгө иртәнге сәғәт 8-гә тәбиғи янғын сығанаҡтары теркәлмәгән.
Уҙған тәүлектә 25,2 гектарҙа алты янғын сығанағы теркәлде, шул иҫәптән: Белорет районында – 0,5 гектарҙа, Әбйәлил районында 16 гектарҙа, Йылайыр районында 3,9 гектарҙа, Нуриман районында 1,1 гектарҙа, Ейәнсура районында 3 гектарҙа урмандар яна ине.
Янғын һүндереүҙә 134 берәмек техника һәм 785 кеше ҡатнаша.
Фото: https://vk.com/wall-201146046_8333?z=photo