

Благовещен районының Николаевка ауылында бөгөн төндә үлемесле авария теркәлә. 41 йәшлек ҡатынды машина тапата һәм уның водителе енәйәт урынынан ҡаса.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар ғәйепле ирҙе тапҡан. “Йәйәүле ҡатын алған йәрәхәттәренән фажиғә урынында йән биргән. Оператив-эҙләү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны тапҡан һәм ҡулға алған. Ул 50 йәшлек ир булып сыҡты. Ҡатынды тапаған “Хендай Акцент” машинаһы механик емереклектәр эҙе менән уның участкаһында торған, ә үҙе йортоның ҡыйығында йәшенгән. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар авария сәбәптәрен асыҡлай”, – тинеләр ведомствола.
Шуныһы, вафат булған ҡатын яңғыҙы өс бала тәрбиәләгән...
Үткән тәүлектә инспекторҙар 1800 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 54 иҫерек водитель тотолған.
Фото: ЮХХДИ.