

Башҡортостанда ҙур фажиғә. Соҡорҙа үҫмер ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Был ҡурҡыныс хәл 26 август төнөндә Бөрө районының Пятиково ауылында була.
15 йәшлек ҡыҙҙы тыуған көн билдәләргә ҡунаҡҡа саҡыралар. Әммә ул шул төндө әйләнеп ҡайтмай. Балаһының ҡайтмауына хафаланған әсә 27 августа полицияға мөрәжәғәт итә.
Күп тә үтмәй ҡыҙыҡай табыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үле килеш... Ҡыҙҙар тыуған көндө урам буйында билдәләгән саҡта уларға 21 һәм 24 йәшлек ике егет ҡушыла. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, егеттәр ҡыҙҙарҙы байрамды үҙҙәренең өйөндә дауам итергә саҡыра. Ә ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, улар ауылдаш ҡыҙҙы көсләгән һәм быуып үлтергән. Аҙаҡ кәүҙәһенән ҡотолор өсөн уны өйҙәре янындағы соҡорға ташлаған.
Кәүҙәне оҙаҡ та эҙләмәйҙәр. Үлтереүселәр ҙә тиҙ табыла. Улар элек тә закон боҙған баяғы 21 һәм 24 йәшлек егеттәр булып сыға. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, вәхшиҙәр енәйәт ҡылыуын таныған. Береһенә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылған да.
Фото: Тәфтиш комитеты.