

Үткән аҙна аҙағында Бөрө районында булған фажиғә бар республиканы тетрәндерҙе. 15 кенә йәшлек ҡыҙ баланың кәүҙәһе соҡор эсендә табылды. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, уны ике ир-егет көсләгән, унан һуң быуып үлтергән һәм шул соҡорға килтереп ташлаған.
Әле “Комсомольская правда” баҫмаһы был ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған. Алена (исеме үҙгәртеп алынды) әсәһе менән генә йәшәгән. Ул көндө туған булған кешегә тыуған көн билдәләргә киткән.
– Ул аҡыллы, шаян, сибәр ҡыҙ ине. 9-сы класты тамамлағайны. Яҡшы уҡыны, һәр ваҡыт өйөндә ҡуна торғайны, теләһә ҡайҙа йөрөмәне. Асыҡ һәм алсаҡ булды, – тигән Алена тураһында әхирәте.
Күрше-тирәһе лә ҡыҙҙы изге күңелле һәм һәр саҡ өйҙә ултырған бала тип белә. Шуға күрә уның ошолай фажиғәле һәләк булыуы уларҙы тетрәндергән. Ул быға тиклем бер ҡасан да насар компанияларҙа йөрөмәгән, үҙен тәртипле тотҡан.
Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ул көндө Алена тыуған көн билдәләргә киткән, компанияла тик бәлиғ булмағандар ғына булған. Өлкән егеттәр улар янына бик һуң килеп ҡушылған, уларҙы кем саҡырғаны билдәһеҙ.
– Ул үҙе ышанған кешенең тыуған көнөнә килде, башҡа берәй сит кеше саҡырһа, бармаҫ ине. Тыуған көнөн билдәләгән ҡыҙ унан өлкәнерәк һәм уларҙың туғанлығы бар ине, – тигән Аленаның яҡын әхирәте.
Тыуған көн билдәләгән урында дүрт бәлиғ булған егет тә булған. Байрам Ағиҙел ярында ойошторолған, аҙаҡ йәштәр туҡталыш янында торған. Үлтереүсе егеттәр компанияға һуң ғына килеп ҡушылған. Уларҙың икеһе лә наркотиктарҙан иҫерек булған, ти ауыл кешеләре. Күптәр таралышҡас, улар ҡыҙҙарҙы өйҙәренә саҡырған һәм енәйәттәрен шунда башҡарған. Аҙаҡ юрғанға урап, кәүҙәне соҡорға илтеп ташлағандар.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, үлтереүселәргә 21 һәм 24 йәш булған. Ауыл кешеләре һөйләүенсә, был егеттәр элек тә закон менән дуҫ булмаған. Был наркотик матдәләр файҙаланыу һәм таратыуға бәйле енәйәт булған.
Аленаны кисә тыуған ауылында ерләнеләр. Йәш ҡыҙ баланың ошондай ҡурҡыныс рәүештә ғүмер менән хушлашыуы – яҡындары өсөн әйтеп бөтмәҫлек ауыр ҡайғы. Ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм үҫмер балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ.
Фото: “КП-Өфө”