Хәүефһеҙлек
30 Август 2021, 09:30

Апалы-ҡустылы бер-бер артлы тәҙрәнән ҡолаған

Ир яҡыныраҡ барһа, артынса тағы ла бер баланың ҡолап барыуы күҙенә салына...

Апалы-ҡустылы бер-бер артлы тәҙрәнән ҡолағанАпалы-ҡустылы бер-бер артлы тәҙрәнән ҡолаған
Апалы-ҡустылы бер-бер артлы тәҙрәнән ҡолаған

Күңелһеҙ хәл кисә Өфө ҡалаһының Пекин урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә теркәлгән. Был хаҡта Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.  

Пекин урамының 35-се йорто янынан үтеп барған ир беренсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡолап төшкән өс йәшлек сабыйҙы абайлап ҡала. Яҡыныраҡ барһа, артынса тағы ла бер баланың ҡолап барыуы күҙенә салына. Ир ни мөғжизә менәндер бәләкәсте тотоп өлгөрә.

Бәхеткә күрә, 11 айлыҡ бала бөтөнләй йәрәхәтләнмәй. Ә уның апаһына табип ярҙамы кәрәк була, ир йәһәт кенә «Ашығыс ярҙам» машинаһы саҡыра. Һуңыраҡ сабыйҙар тәҙрәнән ҡолап төшкән мәлдә әсәнең фатирҙа булыуы асыҡлана.

Әлеге ваҡытта тикшереү башланған. Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Әгәр өйҙә бәләкәй балалар бар икән, тәҙрә ябыҡ йәки вертикаль рәүештә асыҡ булырға һәм асҡыс менән бикләнергә тейеш.

Фото:utv.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас