

Республика менән идара итеү үҙәге уҙғарған иртәнге тура эфирҙа төбәктәге урман янғындары тураһында һүҙ барҙы. Унда Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйсе урынбаҫары Александр Лопухов белдереүенсә, үткән тәүлектә 23 янғын теркәлгән, кеше үлеме осраҡтары булмаған. Төп янғындар шәхси секторҙа теркәлгән.
Тәбиғәт янғындарына килгәндә, Белорет районында әлеге ваҡытта өс урында – 2295 гектар майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Шул иҫәптән, Мулдаҡай ауылы яғында барған янғын 1270 гектар майҙанды ялмап алған. Ул әле Үрге Ләмәҙ ауылынан туғыҙ саҡрым алыҫлыҡта. Утты тотҡарлаусы тәбиғи кәртә – юл һәм йылғалар бар. Унда 66 кеше һәм 26 берәмек техника йәлеп ителгән.
Әлеге ваҡытта Межгорье эргәһендә хәл тотороҡло ҡиҫкен ҡала – унда янғын ялмап алған майҙан 815 гектар тәшкил итә, тип белдерҙе Александр Лопухов. Янғын ҡаланан алты саҡрым алыҫлыҡта. Әлегә ҡалаға хәүеф янамай – юл тәбиғи тотҡарлыҡ булып тора. Был сығанаҡты ҡамап алыуға 250 кеше һәм 50 берәмек техника йәлеп ителгән. Өсөнсө ут сығанағы - 210 гектар майҙан тәшкил иткән янғын ауыҙлыҡланған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республика юғары янғын хәүефе тора, шуға ла урманға сығыу һәм ут яғыу, ҡоро үләнде үртәү тыйыла.
Фото: @mchsrb