+21 °С
Болотло


Кисә Өфөлә ике йәшлек сабыйҙы машина тапаған.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙынсы моделле "Лада" машинаһы рулендә 26 йәшлек ир кеше булған. Әйтеүенсә, бала уның автомобиле ҡаршыһына туҡтап торған машиналар араһынан йүгереп килеп сыҡҡан. Был хәл ҡапыл, уйламағанда булған.
Әле бәләкәй ҡыҙ дауаханала, ул төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Балаларҙан бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырырға ярамай, бигерәк тә урамда. Сабыйҙарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге - үҙебеҙҙең ҡулда, уларҙы һаҡлайыҡ!
Фото: ЮХХДИ.